Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ғинуар 2023, 18:00

1 февралдән Әсәлек капиталы арта

2023 йылда Әсәлек капиталын түләүгә 550 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу күҙаллана

1 февралдән Әсәлек капиталы арта
1 февралдән Әсәлек капиталы арта

2023 йылда Әсәлек капиталының инфляция кимәлендә индексацияланыуы тураһында Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы былтыр сентябрҙә үк белдергәйне. Быйыл беренсе балаға Әсәлек капиталы күләме 589,5 мең һум тәшкил итәсәк, был былтырғыға ҡарағанда 65 мең һумға күберәк, ә икенсеһенә - 779 мең һум (85,9 мең һумға күберәк). Был хаҡта РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков хәбәр итте.

«2023 йылда Әсәлек капиталы 1 февралдән фактик инфляция кимәленә ярашлы индексациялана. Әсәлек капиталы күләме Рәсәй Социаль фонды бюджетына һалынған», - тиелә белдереүҙә.

Ата-әсә быға тиклем беренсе балаға Әсәлек капиталын алған булһа, икенсеһенә түләү күләме 189,5 мең һум тәшкил итәсәк, был былтырғы сумманан 20,9 меңгә күберәк.

2023 йылда Әсәлек капиталын түләүгә бөтәһе 550 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу күҙаллана, тип асыҡлыҡ индерҙе Котяков.

“Әсәлек капиталы” программаһының ғәмәлгә ашырылыуы ил Президпенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: vnailweb.com

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: