Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ғинуар 2023, 19:00

Уҡытыусыларҙы конкурсҡа саҡыралар

Еңеүселәрҙе дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә

Уҡытыусыларҙы конкурсҡа саҡыралар
Уҡытыусыларҙы конкурсҡа саҡыралар

16 ғинуарҙан 25 мартҡа тиклем Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы уҡытыусы, электрон уҡытыу һәм дистанциялы белем биреү технологияларын ҡулланып уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыусы педагогик хеҙмәткәрҙәр араһында «Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы - 2023» республика конкурсы ойошторола.

Конкурстың маҡсаты –дистанциялы алымда эшләгән иң яҡшы уҡытыусыларҙы билдәләү һәм педагогик оҫталыҡты камиллаштырыу.

Конкурста электрон белем биреү һәм ситтән тороп белем биреү технологияларын ҡулланып, ябайлаштырылған төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы дөйөм белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.

16 ғинуарҙан 31-нә тиклем ҡатнашыусылар «Башҡортостан Республикаһының инклюзив белем биреү навигаторы» мәғлүмәт порталында теркәлә һәм «Дистанцион уҡытыусы - 2023» ҡушымтаһы ярҙамында ғариза ҡалдыра.

«Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы» конкурсы 2020 йылда мәктәп эсендәге конкурс булараҡ башланды. Беренсе йылда конкурста 49 педагог ҡатнашты. 2021 йылдан алып конкурс республика статусын алды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусылар республика конкурсында ҡатнашыусы сертификатын ала. Еңеүсе һәм призерҙар дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ.

Бындай башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. 

Фото: s10.stc.yc.kpcdn.net

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: