

Рәсәй Федерацияһында Президенттың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был өлкәгә айырыуса етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландарҙы тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, был тәңгәлдә Өфө ҡалаһының бер нисә урамында эштәр иртәнән кискә хәтлем тынмай. Баш ҡалабыҙҙың Ғабдулла Амантай, Завод, Кемеров, Коммунистик, Менделеев, Новороссийск, Суворов, Чернышевский, Затон шоссеһы урамдарындағы һәм Салауат Юлаев проспектындағы юлдарҙа ремонт алып барылыуы шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Салауат Юлаев проспектына заманса асфальт түшәлгән дә инде.
– Бер светофоры ла булмаған Салауат Юлаев проспектынан көн дә тигәндәй йөрөйөм, ул күҙгә күренеп яҡшырҙы, – тип ҡыуана водитель Илгиз Сәйетбатталов. – Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың бүтән урамдарына ла асфальт түшәлә. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, хәҙер юлдар ныҡ яҡшырҙы, ошо тигеҙ юлдарҙан елдереүе үҙе бер кинәнес.
Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдар төҙөү, юлдарҙағы асфальтты яңыртыу тәңгәлендә Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты бирмәй, Волга буйы федераль округында республикабыҙҙың лидер булыуын телгә алыу ҙа етә.
Фото: https://sim-portal.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан