Рәсәй Федерацияһында Президенттың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың (национальные проекты) төп маҡсаты – граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, кешеләргә йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге шулай уҡ был тармаҡҡа етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландарҙы тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов бульвары тулыһынса төҙөкләндерелде. Әйткәндәй, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса эштәр бигерәк тә транспорт йыш йөрөгән урында башҡарыла.
Шул иғтибарға лайыҡ, бында эштәр 2021 йылдың башында уҡ башланғайны. Оҫталар “һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатҡа иғтибар бирәбеҙ” тигән принцип буйынса уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырҙы. Хәҙер бульварҙы танырлыҡ та түгел. Техник һыҙаттарҙың бүленеүе, юл тамғаларының ҡуйылыуы-һыҙылыуы, урам бағаналарына фонарҙарҙың боролоуы, светофорҙарҙың яңыртылыуы, канализацияның алмаштырылыуы, электр үткәргестәренең эленеүе һәм башҡа эштәрҙең сифатлы итеп башҡарылыуы шуға асыҡ миҫал.
– Бөгөн бында йөрөүе хәүефһеҙ, – тип һөйләй Мирйән Туҡаев. – Ике яҡтан трамвайҙар йөрөп тора, туҡталыштар уңайлы, “зебра” яңыртылды, эскәмйәләр урынлаштырылды, ҡыҫҡаһы, барыһы ла кешеләр өсөн эшләнде.
Шул иғтибарға лайыҡ, Ғ. Ибраһимов бульвары ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, улай ғына ла түгел, транспорт хәрәкәтенең көслө урынында.
– Өфө “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәй, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Фото: https://rb7.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан