“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, республика онкология диспансеры Рәсәйҙә етештерелгән “Halcyon” нур терапияһы системаһын алды. Яңы юғары тиҙлекле ҡорамал онкология сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙың 80 процентын һауыҡтырырға һәм тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк.
Заманса аппарат элекке ҡорамалдарҙан айырмалы, күпкә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ эшләй, бер үк ваҡыт арауығында пациенттарҙы ике тапҡырға күберәк ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Нурҙар яман шеш күҙәнәктәренә аныҡ йүнәлтелә, тимәк, дауалауҙың хәүефле эҙемтәләре кәмей. Заманса технология ярҙамында пациенттың һау күҙенәктәре зыян күрмәй тиерлек.
Яңы ҡорамал компьютер томографын хәтерләтә. Элекке техника менән сағыштырғанда, ул тауышһыҙ эшләй.
– Юғары тиҙлекле аппараттың өҫтөнлөктәре күп, иң мөһиме – шешкә теүәл нурланышты контролләүсе рентген системаһы бар. Тағы бер өҫтөнлөгө – ауырыуҙарҙы күберәк үткәреү үҙенсәлеге. Ул башҡа радиотерапия системалары менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк, – тине профессор, медицина фәндәре докторы Фәһим Мофазалов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.