Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2023, 10:30

Бер метр торлаҡ күпме тора?

Был граждандарға субсидиялар иҫәпләү өсөн дә кәрәк

Бер метр торлаҡ күпме тора?
Бер метр торлаҡ күпме тора?

Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе кварталына бер квадрат метр торлаҡҡа уртаса баҙар хаҡы раҫланды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был сумма - 97656  һум.

Бер квадрат метр торлаҡҡа уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Торлаҡты һатып алыу йәки төҙөү өсөн аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленә.

Әйткәндәй, Өфө районының “Милов паркы” торлаҡ комплексында 4-се кварталдағы дүрт проблемалы йортто төҙөү тамамланды. Объекттар Биләмәләр үҫеше фонды һәм Башҡортостан Республикаһы ҡатнашлығында федераль механизмдарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә атҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстары тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

- Дүрт биш ҡатлы йорттағы торлаҡ майҙаны 18,8 мең квадрат метр тәшкил итә. 400 тирәһе өлөшсө фатир асҡысын аласаҡ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектруа министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Фото: com-business.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: