Йәрмәкәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” дауам итә.
Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә тәүге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Унда Иҫке Шах ауылынан умартасы сәнәғәт умартасылығын үҫтереү башланғысы менән мөрәжәғәт итте. Эшҡыуар бик ҡыҙыҡлы проект тәҡдим итте. Әле ул тәбиғи бал, прополис, һитә, һеркә етештерә, балдан төнәтмәләр, еҫле балауыҙ шәмдәр яһай. Йүнселдең ниәте “Агростартап” программаһында ҡатнашып, грант алыу һәм эшмәкәрлек йүнәлешен артабан үҫтереү.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: obrazovanie-gid.ru