Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы Башҡортостандың Спорт министрлығы Октябрьский ҡалаһындағы спорт мәктәптәренә ҡорамалдар, экипировка һәм кәрәк-яраҡ һатып алыуға алты миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.
– Октябрьскийҙа “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Ҡалалағы спорт мәктәптәре ошо проект ярҙамында ҡулайламаларҙы яңыртыу, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һәм күнекмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды, – тине ҡала округы хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе И.И. Рамазанов.
Былтыр ҡаланың өс спорт мәктәбе алты миллион һумдан ашыуға яңы ҡорамалдар һәм инвентарь алды. Бокс, спорт көрәше, йөҙөү, биатлон, велоспорт, дзюдо, бадминтон менән шөғөлләнгән спортсыларға хәҙер һөҙөмтәле күнекмәләр өсөн яҡшы шарттар бар.
Октябрьскийҙың 4-се спорт мәктәбе велоуҙышсылары һәм бадминтонсылары өсөн яңы ҡулайламалар алынды.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/384374#scroll