Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2023, 09:30

Башҡортостанда былтыр 1,7 миллион кеше ял иткән

Республика 2022 йылдың ғинуарынан ноябргә тиклем башҡарылған туристик сәфәрҙәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында - дүртенсе, Рәсәйҙә 14-се урынды алды.

Башҡортостанда былтыр 1,7 миллион кеше ял иткән
Башҡортостанда былтыр 1,7 миллион кеше ял иткән

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда туризм тармағы әүҙем үҫешеүен дауам итә, өҫтәүенә социаль, ваҡиғалар, сәнәғәт һәм этнотуризм йүнәлештәрендә ҙур алға китеш яһалған.

- Беҙ сифатлы һәм конкуренцияға һәләтле туристик продукт булдырыу һәм үҫтереү өсөн эҙмә-эҙлекле шарттар булдырабыҙ, - тип билдәләне БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Мәҫәлән, бөгөн республикала 580 коллектив урынлаштырыу сараһы - отель, ҡунаҡхана, кемпинг иҫәпләнә, 2022 йылда уларҙың хеҙмәттәре менән 1,16 миллион кеше файҙаланған. Шифаханалар 224 мең ял итеүсене ҡабул иткән, ә ағымдағы миҙгелдә был һанды 290 меңгә тиклем арттырыу күҙаллана. Башҡортостан менән танышыу өсөн төрлө кимәлдәге һәм оҙайлыҡтағы 1750 туристик маршруттың береһен һайларға мөмкин. Шуларҙың 29-ы "Йыл маршруты-2022" Бөтә Рәсәй туристик премияһы еңеүселәре булды.

Билдәләнгән бөтә саралар Рсәйә Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" (национальный проект "туризм и индустрия гостеприемства") милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: miraterra.ru/turizm-v-respublike-bashkortostan/ 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: