Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2023, 12:30

"Дельфин" милли проектта ҡатнаша

Предприятиела байтаҡ ғәмәлдәр ҡулайлаштырылған.

"Дельфин" милли проектта ҡатнаша
"Дельфин" милли проектта ҡатнаша

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала аҙыҡ-түлек етештереү буйынса ҙур ойошмаларҙың береһен тәшкил иткән “Дельфин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Мәғлүм булыуынса, компания башлыса балыҡ, ҡош, һыйыр, сусҡа ите, субпродукттар, диңгеҙ ризыҡтары етештерә.

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә етештереүсәнлекте йыл һайын биш процентҡа арттырыу йәһәтенән шарттар булдырыуға йүнәлтелә. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында саралар комплексы әҙерләнгән, шул иҫәптән предприятиелар эшенә эксперттарҙы бушлай йәлеп итеү, финанс дәртләндереү ҡаралған, – тине Рөстәм Моратов.

Эшмәкәрлекте һөҙөмтәлерәк итеү өсөн Төбәк компетенциялар үҙәгенә яуаплы эш йөкмәтелгән. Предприятиела байтаҡ ғәмәлдәр ҡулайлаштырылған. Ул ҙур федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә, шулай уҡ шифаханалар, балалар һәм мәктәп учреждениелары менән дәүләт килешеүҙәре төҙөгән. “Дельфин”дың туңдырылған һәм һыуытылған продукция ташыу өсөн махсус транспорты тупланған үҙ автопаркы бар.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/386247#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: