Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2023, 10:30

Йөрәк иғтибар талап итә

Быйыл яңы ҡорамалдарға тағы ла 653 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Йөрәк иғтибар талап итә
Йөрәк иғтибар талап итә

Башҡортостанға йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәшкә 2023 йыл аҙағына тиклем, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, тағы ла 653 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ошо ҙур күләмле проектҡа ярашлы республиканың байтаҡ дауаханалары заманса ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Уларҙың араһында Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы ла бар.

“Былтыр декабрь айында һөйәк, тын алыу, йөрәк-ҡан системаһы сирҙәрен диагностикалау өсөн  55 миллион һумлыҡ яңы компьютер томографы алдыҡ. Ошо ваҡыт эсендә  белгестәребеҙ яңы ҡорамалда 250 тикшереү үткәрҙе. Бөтәһе лә бушлай”, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре.

Яңы ҡорамал элеккеһенән күпкә хәүефһеҙерәк, заманса сканлау технологияларына эйә. Өҫтәүенә нур көсөргәнеше аҙыраҡ, ти табиптар. Билдәле булыуынса, ҡан әйләнеше сирҙәре йыш ҡына үлемгә килтерә, 2018 йылда республикала вафат булыу сәбәптәренең яртыһы тиерлек ошо сирҙәргә тура килде. Ә 2021 йылда – үлем сәбәптәренең өстән бер өлөшө.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: