Благовещен районының Осиповка һәм Иҫке Надеждин ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
–Беҙ был медицина учреждениеларының асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк. Хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре яңы уңайлы шарттарҙа пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә ала. Ҡорамалдар ҙа яңы,– тип бидәләне Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.
Осиповка медицина пункты 314 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Иҫке Надеждин ауылының 300-гә яҡын халҡы яңы пунктта хеҙмәтләндереләсәк. Ике медицина учреждениеһы ла заманса стандарттарға ярашлы йыһазландырылған. Пациенттарҙы тәжрибәле белгестәр – акушер Зилә Шәүәлиева һәм фельдшер Таисия Тимербәкова ҡабул итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы