Былтыр Башҡортостан Евросоюз илдәренә май экстракты предприятиелары етештергән бөртөклө көнбағыш һәм рапс ашамлығы тейәлгән 1344 тимер юл вагонын оҙатты, тип хәбәр итә Россельхознадзор департаментының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Ауыл хужалығы малдары өсөн ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәһенең дөйөм ауырлығы 95 мең 480 тонна тәшкил итә. Көнбағыш һәм рапс орлоғон эшкәрткәндән һуң алынған продукттар мал аҙығы ҡатнашмаларын етештереү өсөн юғары аҡһымлы өҫтәмә булып тора һәм мал һәм ҡош-ҡорттоң етештереүсәнлеген арттыра. Башҡорт эшкәртеүселәренең тауары йорт, сит ил малсылығында даими һәм ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Үҫемлектән алынған бөтә тауар Европа берлеге һәм импорт алған Германия, Дания, Латвия һәм Норвегия кеүек илдәрҙең талаптарына яуап бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла, ул йылына 45 миллиард доллар аҡса килтерергә тейеш. Көнбайыш илдәре индергән санкцияларға бәйле аҙыҡ-түлек экспортының дөйөм логистикаһы ауырлашты, әммә, күреүебеҙсә, был дуҫ булмаған илдәргә үҙҙәренә кәрәкле Рәсәй продукцияһын һатып алыуҙы дауам итергә ҡамасауламай.
Фото: suzory.ru