Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар 2023, 09:25

“Әхмәтов икмәге” тип атайҙар уны

Икмәкте бында тәүлек әйләнәһенә, ике сменала бешерәләр.

“Әхмәтов икмәге” тип атайҙар уны
“Әхмәтов икмәге” тип атайҙар уны

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” барышында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Асҡын ауылының Ғәлимйәнов урамында урынлашҡан Рәфис Әхмәтовтың икмәкханаһында булды. Кәңәшмәгә шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева ла килгәйне.

Йүнсел производствоһын киңәйтергә ниәтләй, әммә эле эшләгән майҙан бының өсөн бик бәләкәй. Әйткәндәй, икмәкте бында тәүлек әйләнәһенә, ике сменала бешерәләр.

– Мин дә ошонда бешерелгән икмәкте генә һатып алам. Халыҡ уны “Әхмәтов” тип атай, – тине район хакимиәте башлығы Динис Йосопов шәхси предприятиеның эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәндә.

Әхмәтовтың предприятиеһы икмәк кенә бешереп ҡалмай, райондың сауҙа нөктәләрендә емеш-еләк, төрлө эслек һалынған бәлештәр, киң ассортиментлы кондитер ризыҡтары ла һата. Әйткәндәй, уның ризыҡтары республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарына, Пермь крайының Чернушка һәм Көйәҙе ҡалаларына сығарыла.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ленин урамында урынлашҡан кондитер цехында ла булды. Икмәкхананы тап ошонда киңәйтеү планлаштырыла. Эргәләге бинаны эшҡыуар ҡуртымға алған. Йүнсел уны һатып алырға әҙер.

Динис Рәдис улы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мәсьәләне өйрәнергә, яҡын-тирәлә ер майҙаны бүлеү мөмкинлеген дә ҡарарға ҡушты. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: