Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар 2023, 12:30

Өс предприятиела яңы үҙәктәр асылды

Уларҙа йылдам һөнәри әҙерлек тормошҡа ашырыла.

Өс предприятиела яңы үҙәктәр асылды
Өс предприятиела яңы үҙәктәр асылды

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) милли проектында ҡатнашҡан өс предприятие - “ПЕТОН КОНСТРАКШН” һәәм “Өфөгормолзавод” йәмғиәттәре, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты нигеҙендә Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәре ойошторолдо. Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов ошо турала белдерҙе.

Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәге һаҡсыл технологиялар ҡулланыуҙы һәм персоналдың белемен камиллаштырыу мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, һөнәрҙәрҙең корпоратив стандарттары әҙерләнгән уҡыу-методика майҙансығын тәшкил итә.

– Былтыр яҙ “Ворлдскиллс” агентлығы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә корпоратив үҙәктәр асыуға ғаризалар ҡабул итеү тураһында белдергәйне. Был – дәүләт ярҙамы нигеҙендә етештереү күрһәткестәрен яҡшыртыу һәм коллективта шарттарҙы яңы кимәлгә сығарыу йәһәтенән яҡшы мөмкинлек. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙа башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда иң күп предприятиелар һайлап алынды. 2022 йылда Рәсәйҙә бөтәһе 15 корпоратив йылдам әҙерлек үҙәге асылды, – тине Айрат Фәхретдинов.

Был үҙәктәр хеҙмәткәрҙәрҙе рационализаторлыҡ, уйлап табыу һәм инновациялар ярҙамында яңы етештереү мәҙәниәтенә йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Уларҙа эш урындарын аудитлау, һөнәрҙәрҙең корпоратив стандартын әҙерләү, компетенциялар матрицаһын эшләү, персоналды баһалау, шулай уҡ ҡыҫҡа белем биреү программаларын төҙөү нигеҙендә ихтыяж булған эшсе һөнәрҙәр буйынса тиҙләтелгән профессиональ әҙерлек тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: