

Стәрлебаш районының Тәтербаш һәм Мортаза ауылдарында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
– Халыҡ яңы медицина пункттары асылыуын түҙемһеҙлек менән көттө. Хәҙер фельдшерҙар пациенттарҙы уңайлы шарттарҙа ҡабул итәсәк, медицина сифаты яҡшыраҡ буласаҡ. Фельдшерҙарыбыҙ ҙа тәжрибәле, уңған. Мортаза ауылындағы ФАП-та Гөлназ Хоҙайбирҙина, Тәтербашта Гөлшат Сәғиҙуллина эшләйәсәк, – тине Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин.
Элекке медицина пункттары ныҡ иҫкергән, авария хәлендә булған. Бөгөнгө яңы учреждениелар дауалауҙың заманса шарттарына тулыһынса яуап бирә. Модулле конструкцияларҙың һәр береһе тейешенсә йыһазландырылған. Уларҙа 400-ҙән ашыу кеше сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан