Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ғинуар 2023, 11:30

Тотош коллектив менән китапханаға килделәр

Марафон халыҡты китапханаға йәлеп итеүгә йүнәлтелә

Тотош коллектив менән китапханаға килделәр
Тотош коллектив менән китапханаға килделәр

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проектына һәм “Коллектив менән китапханаға” марафонына ярашлы үҙәк ауыл-ара һәм балалар модель китапханаларына Саҡмағош ауылының балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре килде.

Уларҙы китапхананың эше, китап фондынан файҙаланыу ҡағиҙәләре, тематик күргәҙмәләр, яңылыҡтар, мәғлүмәт ресурстары, электрон уҡыу залы эшмәкәрлеге, шулай уҡ китапхананың структура бүлексәләре менән таныштырҙылар. Ҡунаҡтар балалар модель китапханаһының сенсорлы библиотерапия бүлмәһен ҡарап сыҡты, балалар менән эшләү өсөн заманса ҡорамалдар, өҫтәл һәм интерактив уйындар менән танышты.

“Марафон район китапханаларының әһәмиәтен арттырыу, әҙәбиәт яратҡандарҙы китапханаға йәлеп итеү, социаль партнерлыҡты үҫтереү һәм учреждениеларҙың абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолдо. Коллектив ағзаларының ниндәй китаптар яратыуын асыҡлау өсөн һорауҙар яҙылған анкеталар әҙерләнде. Китапханаға килгәндәр уларҙы экскурсия башланғанға тиклем үк тултыра. Марафон заманса мәғлүмәт-коммуникация үҙәге булараҡ китапхананың ресурс мөмкинлектәрен күҙалларға ярҙам итә”, – тине китапхана системаһы директоры Алһыу Радик ҡыҙы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: