Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ҙур шатлыҡ – 2023 йылдың башынан алып бында йөҙөнсө сабыйҙың тыуыуы теркәлде. Уҡытыусы Айгөл һәм Шамил Ждановтар ғаиләһендә законлы никахтарын тантаналы теркәгән көндә – 21.12.2022 датаһында – ҡыҙҙары Амелия донъяға килде.
Шамил Илдус улы һәм Айгөл Флүр ҡыҙы икеһе лә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 31-се урта мәктәбендә эшләй. Тарих уҡытыусыһын һәм математика уҡытыусыһын эш таныштырған. Никахтары ла, баланың тыуған көнө лә 21 декабргә тура килгән. Хәҙер был дата Ждановтар ғаиләһендә икеләтә байрам!
ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле атайға сабыйҙың тәүге рәсми документын – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты тапшырҙылар. Хәҙер Амелия илдең тулы хоҡуҡлы вәкиле! Сабыйға сәләмәтлек, оҙайлы, сағыу тормош һәм тағы ла әллә күпме матур теләктәр теләйһе килә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Фото:Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты