Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Ғинуар 2023, 07:30

"Иң мөһиме – һыу менән тәьмин итеү"

Туймазы районының Райман һәм Әгертамаҡ ауылдары халҡын һыу менән тәьмин итеү маҡсатына федераль бюджеттан 291 миллион һум аҡса бүленгән.

"Иң мөһиме – һыу менән тәьмин итеү"
"Иң мөһиме – һыу менән тәьмин итеү"

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ил халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү кәрәклеген айырып билдәләй. "Иң кәрәк нәмә – һыу менән тәьмин итеү, – тине ул 2022 йылдың июнендә йәш эшҡыуарҙар, инженерҙар һәм ғалимдар менән осрашыуҙа. – Сифатлы һыу ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уғата мөһим, иң тәүҙә был, әлбиттә, граждандарҙың һаулығына бәйле".

Президент указы менән иғлан ителгән милли проекттар араһында таҙа һыуға ҡағылғаны ла бар. Дәүләт башлығы ҡуйған бурысты үтәү буйынса Башҡортостанда ярайһы эштәр башҡарыла.

Быйыл, мәҫәлән, Туймазы районының Райман һәм Әгертамаҡ ауылдарында һыу менән тәьмин итеүҙе тергеҙергә уйлайҙар. Һыу үткәргес "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Таҙа һыу" ("Чистая вода") федераль программаһына ярашлы төҙөлә. Был маҡсатта федераль бюджеттан 291 миллион һум аҡса бүленгән - ул оҙонлоғо 57 саҡрым тәшкил иткән насос станцияһы һәм һыу үткәргестәр төҙөүгә тотоноласаҡ.

Әлеге ваҡытта трасса, эш барышы буйынса документтар әҙерләнә, төҙөлөш материалдары ҡарала.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Таҙа һыу" проектының төп маҡсаты - 2024 йылға республикала таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ иҫәбен 86,6 проценттан 92,5 процентҡаса еткереү.

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: