Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Ғинуар 2023, 09:30

“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы

Рәсәй конкурсында еңеүгә өлгәшкән башҡорт ҡалаһы Сибайҙағы парк танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.

“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы
“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы

Сибайҙа “Терра Урал аръяғы” экопаркы ҡала халҡының хыялдарын тормошҡа ашырҙы.

Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Рәсәй конкурсында еңеүгә өлгәшкән башҡорт ҡалаһы паркы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.

Сибайҙа Мәжит Ғафури исемендәге парк - ҡала халҡының электән яратҡан урыны. Биләмә ҙур — 22 гектар - йәшел аллеялар, футбол майҙаны, ял итеү урындары һыйған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты уға тағы ла яҡшыраҡ, уңайлыраҡ булырға ярҙам итте.

Паркта эштәр 2020 йылда башланды, ҡала халҡы проектты тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты.

"Сибайҙарҙы экология мәсьәләһе айырыуса борсой. Улар парк биләмәһендә ҙур быуа булыуын теләне, - тип һөйләне Сибай ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин.

Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты коллективы милли оҡшашлыҡты сағылдырған деталдәргә айырым иғтибар бүлде. Мәҫәлән, ҡурай формаһында эшләнгән фонарҙар, башҡорт биҙәкле юл плиткаһы түшәлгән, ә үҙәк аллеяла йәшмәнән яһалған таш композициялар ҡуйылған.

“Терра Урал аръяғы” паркында ылыҫлы ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылған, быуаға - көршәктәр. Бынан тыш, эттәрҙе йөрөтөү өсөн ҙур майҙансыҡ йыһазландырылған.

Сибай паркы эшләй башлаған да инде, әммә ҡала хакимиәте уны яңыса үҙгәртеп ҡорорға планлаштыра: киләсәктә “Хеҙмәт” стадионын реконструкцияларға, уның эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр. Ҡыш бында һырғалаҡ эшләй, йәй спорт саралары үткәрелә. Әммә спорт ҡоролмаһына ремонт талап ителә. Ул быйыл уҡ башланасаҡ.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы
“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы
“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы
“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы
“Терра Урал аръяғы” хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: