

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Әбйәлил районы эшҡыуары Әнисә Әхтәмова үткән йыл аҙағында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Район үҙәгендә икмәкхана асыу тураһында проекты менән бүлешә ул. 2023 йыл башында иһә эшҡыуар икмәк, кондитер ризыҡтары етештереү, шулай уҡ тәмлекәстәр менән сәй эсергә урын да ойоштороу хаҡындағы ниәттәрен тормошҡа ашыра.
Икмәк етештереү урыны Асҡарға ингән ерҙә генә булыуы унда халыҡтың күпләп йөрөүенә булышлыҡ итә. Бында икмәк-ҡалас һатып алыуҙан тыш, ҡапҡылап алырға ла мөмкинлек бар.
“Ниәттәр күп. Етештергән ризыҡты төрләндерергә, өҫтәлмә цех төҙөргә уйҙар бар”, – тип бүлешә Әнисә Әхтәмова.
“Кулинария асыу идеяһы бик яҡшы. Уның урынлашҡан ере район үҙәгендә йәшәүселәргә юлдан ҡайтҡанда яңы ғына бешкән, тәмле ризыҡ алырға мөмкинлек бирә”, – ти райондың бизнес-шерифы Артур Дәүләтбаев.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Артур Дәүләтбаев.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан