Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар 2023, 11:30

Онлайн-кәңәшмәләр “Контур.Толк”та үткәрелә

Был сервис дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшендә уңышлы ҡулланыла.

Онлайн-кәңәшмәләр “Контур.Толк”та үткәрелә
Онлайн-кәңәшмәләр “Контур.Толк”та үткәрелә

Башҡортостандағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың башҡарма власть органдары онлайн-кәңәшмәләрен уҙғарыу өсөн импортты алмаштырған “Контур.Толк” сервисын ғәмәлгә индерҙе. Был эште Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы башҡарҙы.

Министр Геннадий Разумикин әйтеүенсә, “Контур.Толк” былтыр 27 октябрҙә республика Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше ваҡытында муниципалитет башлыҡтары менән селектор элемтәһе өсөн файҙаланылды. Былтыр июндә ил Президенты ҡарамағындағы Дәүләт Советының эшсе төркөмө лә “Контур.Толк”та кәңәшмә үткәргәйне.

– Былтыр Рәсәй IT-компаниялары онлайн тәртибендә корпоратив аралашыу өсөн бер нисә алым тәҡдим итте. Әле республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ Хөкүмәт аппараты ихтыяжы өсөн ике альтернатив алым ғәмәлгә индерелгән. Улар дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшендә уңышлы ҡулланыла, – тине Геннадий Разумикин.

Мәғлүм булыуынса, иҡтисадтың аныҡ секторының һәм социаль өлкә тармаҡтарының үҫешен тиҙләтеү маҡсатында һанлы технологиялар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) планына индерелде.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/387589#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: