Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2023, 10:35

Берлектәге тәүге килешеү төҙөлдө

“Станкомонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә заем бирәләр.

Берлектәге тәүге килешеү төҙөлдө
Берлектәге тәүге килешеү төҙөлдө

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Төбәк лизинг компанияһы менән Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды лизинг финанслауы буйынса берлектәге тәүге килешеүҙе уңышлы тормошҡа ашырҙы. “Лизинг проекттары” программаһына ярашлы, фондтың Эксперттар советы “Станкомонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн заем биреүҙе хупланы.

Лизинг ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә күрһәтелде.

– Льготалы лизингтың дәүләт программалары үҙебеҙҙең производствоға һәм тотош бизнесҡа һөҙөмтәле ярҙам алымдарының береһен тәшкил итә. Улар компанияларға уңайлы шарттарҙа продукция сығарыу күләмен арттырыу өсөн яңы ҡорамалдар һатып алырға мөмкинлек бирә. Эшҡыуарҙарыбыҙға ошондай сараларҙан файҙаланыу шарттарын яҡшыртырға тырышабыҙ. Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы һәм Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән берлектә Башҡортостанда юғары технологиялы продукция сығарыуға йүнәлтелгән ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Яңы проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә компанияла яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, йыллыҡ табыш 20 процентҡа артасаҡ. Әле яңы ҡорамалдар алыуға килешеү төҙөлгән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/390548#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: