Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы? Торналы модель китапханаһында оҫтахана зонаһы асылды, теген машиналары һатып алынды.
Ошо көндәрҙә “Оҫтабикә” түңәрәге ағзаларының сираттағы осрашыуы булды. Розалия Вәлиуллина оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Китапханалағы оҫтаханаға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҙур теләк менән йөрөй. Ҡул эшен яратҡан ҡыҙҙар осрашып, тәжрибә һәм оҫталыҡ уртаҡлаша, ижади ял итә. Әле түңәрәк ағзалары яңы миҙгелгә саралар планлаштырыу менән дә мәшғүл.
Әйткәндәй, Торналы китапханаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә яҡшы шарттар тыуҙырылған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info