Милли проекттар
25 Ғинуар 2023, 04:25

Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!

Унда яңыраҡ ҡына армия хеҙмәтенән ҡайтҡан Рәзғәт Фәрүәзетдинов эшләйәсәк.

Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!
Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!

Асҡын районының  Яңы Ҡаҙансы ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы халыҡ өсөн ҙур шатлыҡлы ваҡиға булды. Ул да Ключи ауылындағы ФАП кеүек “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән һәм 427 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Был яңы медицина пункттарына алты миллионға яҡын аҡса тотонолған.

Унда яңыраҡ ҡына армия хеҙмәтенән ҡайтҡан Рәзғәт Фәрүәзетдинов эшләйәсәк. Үҙе Урмияҙҙа йәшәһә лә, егет яңы пунктта эшләргә шунда уҡ риза булған. Йәш белгес булараҡ, ул “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса түләүҙәр аласаҡ. Күрше тораҡтарға сығыу, халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн Асҡын үҙәк район дауаханаһы етәкселеге автомобиль бүлергә вәғәҙә итә. 

– Ауыл  тормошондағы тарихи ваҡиғала ҡатнашыуыма ифрат шатмын, – тине сәләмләү һүҙендә Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов. – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарына ярашлы төҙөлгән ФАП-тар бик уңайлы, заман талаптарына яуап бирә. Яңы медицина пунктығыҙ һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итһен һәм һөйөндөрһөн!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

  Фото: Асҡын районы хакимәте.

Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!
Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!
Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!
Яңы медицина пунктында – яңы фельдшер!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас