Төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙағы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе “Дельфин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша (национальный проект “Производительность труда”).
Ошо маҡсатта тейешле килешеү төҙөлгән. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйған.
“Дельфин” компанияһы республиканы һәм унан ситтәге төбәктәрҙе һыйыр, сусҡа, ҡош ите, балыҡ, диңгеҙ аҙыҡтары, шәкәр һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Предприятие эре федераль һәм төбәк селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә, шифаханалар, балалар һәм мәктәп учреждениелары менән дәүләт килешеүҙәре төҙөй. Үҙенең махсус автотранспорты бар, уларҙа ул туң һәм һыуытылған продукцияны ташый.
Компанияла күп процестар уңайлаштырылған. Ләкин камиллыҡҡа сик юҡ һәм милли проект сиктәрендә бөгөн компетенцияларҙың төбәк үҙәге командаһы предприятиеға тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә ярҙам итә. Мәҫәлән, компетенциялар төбәк үҙәге эксперттары планында компания хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу, төп юғалтыуҙарҙы билдәләү һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн стратегия булдырыу маҡсаты тора.
Рөстәм Моратов билдәләүенсә, был проекттың бурысы – илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу. Бизнесҡа үҫеү өсөн ярҙам итеү маҡсатында финанс дәртләндереү кеүек саралар ҡаралған. Предприятие эштәре буйынса эксперттар эшҡыуарҙарға бушлай ярҙам күрһәтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡул ҡуйылған май указдарына ярашлы башҡарыла. Милли проект сиктәрендә сараларҙы Башҡортостанда Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы координациялай. Әлеге көндә проектта Башҡортостандан 150 предприятие ҡатнаша.
фото: bash.news
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан