Күгәрсен районының Волостновка һәм Багдашкин ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы барлыҡҡа килде.
Ике фельдшер-акушерлыҡ пункты ла медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса стандарттары буйынса йыһазландырылған. Уларҙың һәр береһендә процедуралар, тикшереү кабинеты, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, персонал, медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен күтәрәсәк, диспансерлаштырыу, һөнәри тикшереүҙәр уҙғарырға мөмкинлек бирәсәк.
– Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуы – райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешендә яңы, мөһим этап. Был – төҙөүселәрҙән алып медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм етәкселәргә тиклем бик күп кешеләрҙең ентекле хеҙмәте һөҙөмтәһе, – тине Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Наил Абдуллин.
Багдашкин ауылында иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1992 йылда төҙөлгән. 2016 йылда бина авария хәлендә тип танылған. Әле уның урынында яңыһы барлыҡҡа килгән. Бында 37 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә фельдшер Вәзирә Ҡотлогилдина граждандарҙы ҡабул итәсәк. Ә уға 119 кеше килә ала, шуларҙың 15-е – балалар.
Волостновка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 1982 йылда төҙөлгән элекке ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан булған. Үҙәк йылытыуҙы туҡтатҡас, фельдшер-акушерлыҡ пункты электр йылытыуына күсерелгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты өлкәндәрҙе һәм балаларҙы хеҙмәтләндерәсәк – бөтәһе 354 кеше. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә алынған йәш белгес Максим Исхаҡов ҡабул итәсәк.
– 2021 йылда медицина колледжын тамамлағас, шунда уҡ тыуған районыма эшкә ҡайтырға булдым. Күрше ауылда туғандарым тора, ә үҙем Волостновкала йәшәргә ниәтләнем. Программа нигеҙендә бирелгән аҡсаға йорт һатып алып, ҡатыным һәм улым менән күсеп килдем. Иртә һайын яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә барыуыма шатмын. Элек был бина иҫке генә ине, унда шулай уҡ банк, почта, магазин урынлашҡан булған. Хатта айырым инеү урыны ла юҡ ине. Хәҙер был – бик күп манипуляциялар үткәрергә мөмкин булған заманса айырым бина. Шуныһы мөһим - беҙ бында бер йәше тулмаған балаларҙы ла ҡабул итә алабыҙ. Элек был температура режимы сәбәпле мөмкин булмай торғайны, – тип һөйләне Максим Шамил улы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.