Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар 2023, 10:15

“Атомайзер” энергетика ҡорамалдары сығармаҡсы

Яуаплы хеҙмәткәрҙәргә тәғәйен бурыстар йөкмәтелде

“Атомайзер” энергетика ҡорамалдары сығармаҡсы
“Атомайзер” энергетика ҡорамалдары сығармаҡсы

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хакимиәт башлығы Айҙар Суфиянов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н үткәрҙе. Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Ултырышта “Атомайзер” фәнни-етештереү компанияһы энергетика ҡорамалдары сығарыу буйынса етештереү майҙансығы төҙөү проекты менән таныштырҙы. Компания сәнәғәттең металлургия, энергетика һәм нефть химияһы тармағы предприятиелары, шулай уҡ инжиниринг, машиналар эшләү һәм монтажлау компаниялары өсөн технологик ҡорамалдар, узелдар һәм запас частар әҙерләү, етештереү һәм тәьмин итеү менән шөғөлләнә.

“Экотех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Туймазы ҡалаһында органик ашламалар етештереү проектын тәҡдим итте. Предприятие компанияларға ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса хеҙмәт күрһәтә. Сүп-сарҙы утилләштереүҙе ойошторғанда тәбиғәткә зыян килтермәгән һәм хәүефле матдәләрҙән һөҙөмтәле ҡотолорға мөмкинлек биргән заманса алымдар ҡулланыла.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шулай уҡ урындағы йүнсел Алексей Хисмәтуллин инструменттарҙы үткерләү проекты ҡаралды. Проекттарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә бер нисә ҡарар ҡабул ителде, яуаплы хеҙмәткәрҙәргә бурыстар йөкмәтелде.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: uralcci.com

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/392269#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: