Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Балаҡатай районынан бизнес-шериф Альберт Шафиҡов хәбәр итеүенсә, 2017 йылда Балаҡатай районынан яңы эш башлаусы эшҡыуар Татьяна Власова картуф үҫтереү буйынса "Йәшелсәләр+" ауыл хужалығы һатыу кооперативын ойошторорға ҡарар итә һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам программаһы сиктәрендә, дәүләт ярҙамы - стартапҡа субсидия алыуға ирешә.
Бер йылдан Татьяна Власова Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының грант ярҙамына лайыҡ була. Алынған грантҡа ул картуфты һаҡлау өсөн елләтеү ҡорамалы һәм йәшелсә-емеште (картуф, кишер, һуған, сөгөлдөр, тамыраҙыҡтар) эшкәртеү һәм һатыу алдынан әҙерләү өсөн технологик линия һатып ала.
Балаҡатай эшҡыуары бының менән генә туҡталып ҡалмай, 2022 йылда ул 100 процентлы сифатҡа эйә булған, бөтөнләй шәкәр, ароматизаторҙар, консерванттар һәм ГМО өҫтәлмәгән тәбиғи ҡаҡ етештерә башлай. Тәбиғи составында С, А, В витаминдары, кальций, тимер, фосфор, йод, цинк иҫәбенә продукт эшкә һәләтлелекте күтәрә һәм иммунитетты нығыта. Хәҙер тәмле һәм файҙалы десертты Яңы Балаҡатай ауылының һәр бер аҙыҡ-түлек магазинында тиерлек һатып алырға мөмкин (супермаркеттарҙан тыш).
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Альберт Шафиҡов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан