Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар 2023, 11:15

“Нефтсе” паркы – балаҡатайҙарҙың яратҡан ял урыны

Йәмәғәт биләмәһе былтыр төҙөкләндерелгәйне

“Нефтсе” паркы – балаҡатайҙарҙың яратҡан ял урыны
“Нефтсе” паркы – балаҡатайҙарҙың яратҡан ял урыны

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында былтыр “Нефтсе” паркы төҙөкләндерелгәйне.

Реконструкция тамамланғандан һуң парк ауыл халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Уның биләмәһендә скейт-парк, күп функциялы күнекмәләр комплексы, балалар өсөн спорт-уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм бәләкәй футбол майҙансығы барлыҡҡа килде. Паркта заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылды, хәҙер бында кисен дә ҡурҡмай килергә мөмкин. Бында роликтарҙа һәм велосипедтарҙа йөрөргә, тренажерҙа шөғөлләнергә һәм команда уйындарында ҡатнашырға мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса 2020 йылда Башҡортостанда – 103, 2021 йылда – 146, 2022 йылда 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Былтыр уңайлы ҡала мөхите булдырыуға ҡағылған сараларҙа республиканың бөтә ҡалалары һәм 49 ауылы ҡатнашты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/391857#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: