“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Бүздәк районының Никольский ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Унда халыҡты уңайлы шарттарҙа ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар бар. Ауылда 176 кеше йәшәй, алты инвалид иҫәпләнә. Яңы йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән бүлмәләр яҡты, иркен.
Фельдшер Ирина Гәрәева бында 20 йылдан ашыу эшләй, табиптар график буйынса үҙәк район дауаханаһынан килә. Яңы медицина пунктының асылыуы ауылдаштар өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде, элеккеһе бик иҫкергән, авария хәлендә булған.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин фельдшерға символик асҡысты тапшырып, эшендә ҙур уңыштар теләне. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Айрат Хәзиев әйтеүенсә, ФАПтар халыҡ һаулығын хәстәрләүгә ҙур өлөш индерә, киләсәктә биләмәлә йәнә яңы медицина пункттары төҙөләсәк. Министр үҙәк район дауаханаһы эше менән дә танышты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Бүздәк район үҙәк дауаханаһы хакимиәте.