Башҡортостан Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса етенсе урынды биләй. Волга буйы федераль округында ла республикабыҙ был йәһәттән лидерлыҡты һаҡланы. Беҙҙә бөтәһе 59 мең күп балалы ғаилә йәшәй, был 2010 йыл менән сағыштырғанда 24,7 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Был хаҡта 2021 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡты иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре һөйләй.
Статистика күрһәтеүенсә, 18 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләрҙең дөйөм һанында күп балалы ғаиләләрҙең өлөшө 12,5 процентҡа артҡан (2010 йылда 8,4 процент ине). Уларҙың бушлай ер участкаһы йәки уның урынына бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата түләү (250 мең һум) алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр мәктәптә туҡланыуға түләүҙән азат ителгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормошнациональный проект "Демография" сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Ошо “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Mius- media.ru