Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар 2023, 10:30

Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ

“Яңы медицина пункттары Ҡубыяҙ, Ҡыйғаҙы, Шишмә-Ураҡай, Үршиҙе, Солтанай, Мутайылға ауылдарында ҡалҡып сыҡты. Киләсәктә Иҫке Ҡаҙансыла табиплыҡ амбулаторияһы төҙөйәсәкбеҙ”.

Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ
Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Асҡын районының Ключи ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элеккеһе үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән булған. Ул тейешле талаптарға яуап бирмәгән, авария хәлендә булған.

– Һәр ауыл өсөн медицина пункты булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки уның эшенә халыҡ сәләмәтлеге, медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бәйле, – тине Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.

30 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булған фельдшер Илүсә Нурғәлиева әйтеүенсә, яңы пункт менән иҫкеһе араһында айырма иҫ киткес ҙур. Элек уға мейес яғып бинаны йылытырға, һыу ташырға, түгергә тура килгән. Яңы бина электр ярҙамында йылытыла, һыу үткәрелгән, канализация бар. Иң мөһиме, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.

Яңы ФАП 133 кешене хеҙмәтләндерәсәк. “Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда яңы медицина пункттары Ҡубыяҙ, Ҡыйғаҙы, Шишмә-Ураҡай, Үршиҙе, Солтанай, Мутайылға ауылдарында ҡалҡып сыҡты. Киләсәктә Иҫке Ҡаҙансыла табиплыҡ амбулаторияһы төҙөйәсәкбеҙ”, – тинеләр район хакимиәтендә.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 Фото:VK.com

Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ
Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ
Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ
Яңыса эшләргә ҡулайлашабыҙ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: