Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ғинуар 2023, 09:15

Октябрьский йүнселенең киләсәккә өмөттәре ҙур

Бизнес-шәриф Дания Айрат ҡыҙы Нәбиуллинаның предприятиеһында булды

Октябрьский йүнселенең киләсәккә өмөттәре ҙур
Октябрьский йүнселенең киләсәккә өмөттәре ҙур

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы ҡаланың бизнес-шәрифе Сергей Васильевич Литов эшҡыуарҙар менән даими аралашып тора. Ошо көндәрҙә ул урындағы йүнсел Дания Айрат ҡыҙы Нәбиуллинаның предприятиеһында булды.

Шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлегенең төп төрө – икмәк һәм кондитер ризыҡтары бешереү. Эшен ул 2003 йылда асҡан. Предприятиеның тарихы Октябрьский ҡалаһының үҙәк ҡала баҙарындағы бәләкәй генә сауҙа нөктәһенән башлай. 2006 йылда ул Зәйет ҡасабаһына күсә һәм ошонда уның өсөн яңы үҫеш юлы башлана. Ризыҡтың ассортименты киңәйә, хеҙмәткәрҙәр штаты арта, яңы һатыу нөктәләре барлыҡҡа килә. Шул осорҙан алып бәләкәй икмәкхана Октябрьскийҙағы ғына түгел, яҡындағы башҡа ҡалаларҙа урынлашҡан магазиндар менән хеҙмәттәшлек итә башлай.

Әле бында бер нисә төрлө икмәк, ҡалас, бөйөрөк, бәлеш һәм башҡа ашамлыҡтар бешерәләр. Әйткәндәй, ризыҡты тәм көсәйткес, буяу, консервант ҡушмайынса, ГОСТ табаптарына ярашлы етештерәләр, тәбиғи сеймалға өҫтөнлөк бирәләр.

Икмәкханала 30 кеше эшләй. Улар өсөн вахта, туҡланыу ойошторола. Дания Айрат ҡыҙы киләсәктә “Пятерочка”, “Башспирт” магазин селтәрҙәре менән эшләргә, Өфөлә һатыуҙы киңәйтергә ниәтләй.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: