Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ғинуар 2023, 12:15

Йәштәр сәләмәт тормош яҡлы

Ишембай ирекмәндәре интеллектуаль-күңел асыу уйынында ҡатнашты

Йәштәр сәләмәт тормош яҡлы
Йәштәр сәләмәт тормош яҡлы

Ишембай районының йәштәр эштәре комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты буйынса Йәштәр эштәре комитеты ҡарамағындағы “Ишембайҙың изге йөрәктәре” ирекмәндәре “Йәштәр сәләмәт тормош яҡлы” интеллектуаль-күңел асыу уйынында ҡатнашты. Сараның маҡсаты – йәштәрҙең иғтибарын һаулығына йүнәлтеү, уларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү. Уйынды педагог-ойоштороусы А.Ф. Ададурова, педагог-психолог Л.К. Рахманова әҙерләне. Уның барышында йәштәр үҙҙәренең талантын, актерлыҡ оҫталығын, зирәклеген, ижади һәләттәрен күрһәтте, наркомания, эскелек, тәмәке тартыу проблемаларына мөнәсәбәтен белдерҙе, шулай уҡ йәштәрҙең аҡыллы йәшәү рәүеше, ялды файҙалы итеп ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен белдерҙе.

“Лайт” һәм “Банандар” командалары бөтә этапы лайыҡлы үтте. Жюри ағзаларына еңеүсене билдәләү еңелдән булманы, шулай ҙа “Лайт” командаһы алдынғылыҡты бирмәне.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: