Башҡортостанда былтыр “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (нацпроект«Производительность труда»), ҡатнашҡан предприятиелар һаны буйынса план 36 процентҡа арттырып үтәлеүе тураһында белдерҙеләр республиканың Иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында.
Төбәктең 150 компанияһы милли проектта ҡатнашты. Шуны ла билдәләргә кәрәк, үткән йылда ғына уға 24 яңы предприятие өҫтәлде, ошо рәүешле 2024 йылдың план күрһәткесе үтәлде.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса пилот проекттары 20 предприятиела тамамланды. Айырым алғанда, һөҙөмтәлә, эш процесы ваҡыты уртаса 31 процентҡа кәмене, етештереү күләме 23 процентҡа артты, тамамланмаған етештереү запасы 39 процентҡа аҙайҙы.
-Предприятиелар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу арҡаһында эске ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланырға, продукция күсеүен оптимәлләштерергә өйрәнә. Быйыл тағы ла 18 ойошманы йәлеп итеү күҙаллана, - тине Башҡортостандың иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге”милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Бизнесҡа ярҙамға саралар планы әҙерләнгән, шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү һәм предприятиелар эше буйынса эксперттар консультацияһы.Р әсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
фото: bash.news
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан