Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар 2023, 16:15

Яһалма сәскәләргә күңел йылылығы һалынған

Йәштән һайлаған һөнәре яратҡан шөғөлгә әүерелгән

Яһалма сәскәләргә күңел йылылығы һалынған
Яһалма сәскәләргә күңел йылылығы һалынған

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” федраль проекты һәләтке кешеләрҙең талантын тулыраҡ асыуға йүнәлтелә. Быны беҙ Дүртөйлө районында йәшәгән Марина Якимованың миҫалында асыҡ күрәбеҙ: йәштән һайлаған һөнәре әкренләп яратҡан шөғөлгә әүерелгән.

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Марина Якимова ғүмерен үҫемлектәрҙе һаҡлауға арнай, Мәскәүҙәге Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлай, “Россельхозцентр”ҙың Дүртөйлө район бүлегендә баш агроном булып эшләй. Әле иһә хаҡлы ялда яратҡан шөғөлөн үҫтерә – һалҡын фарфорҙан һәм полимер балсыҡтан сәскәләр яһай. Эштәре районда ғына түгел, Башҡортостандан ситтә лә киң билдәлелек яулаған.

“Бер сәскә гөлләмәһен эшләүгә ике аҙнанан өс айға тиклем ваҡыт китә. Бөтәһе лә сәскәләрҙең ҡатмарлылығына, уларҙың һанына һәм ниндәй материалдан яһалыуына бәйле. Шөғөлөңдө ихлас яратаһың икән, бөтә ауырлыҡтар онотола, кинәнес алаһың”, – ти оҫтабикә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: durtuli.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/393301#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: