Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура минитстрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекорд ҡуйылған. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр төбәктә 3 миллион 62 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Республикала сафҡа ингән торлаҡ торлаҡ кимәле, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 105 процентҡа артҡан.
- Тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә 2022 йыл төҙөлөш йәһәтенән Башҡортостан тарихында быға тиклем күҙәтелмәгәнсә уңышлы булды. Киләһе йылдарҙа күрһәткестәрҙе кәметмәҫкә кәрәк, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Әйткәндәй, шәхси төҙөүселәр иҫәбенә сафҡа индерелгән торлаҡтың 1 миллион 922 мең квадрат метры тура килә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: news.myseldon.com
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан