Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел ҡалала телмәр үҫешендә ҡыйынлыҡтары булған балалар өсөн коррекциялау мәктәп-интернатын яңырттылар. Бында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) буйынса уҡыу кластары, ашхана, китапхана, спорт майҙансығы, балалар бүлмәһе төҙөкләндерелде, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды.
Мәктәптә интерьер тулыһынса алмаштырылды, ул берҙәм стилдә биҙәлде. Йылылыҡ селтәрҙәре яңынан үткәрелде, уйын кәрәк-яраҡтары, китаптар, уҡыу әсбаптары һатып алынды. Робот техникаһы һәм инжиниринг кабинеттарына 3D-принтерҙар ҡуйылды. Улар ярҙамында балалар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info