Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2023, 10:30

Монголияға эшлекле сәфәрҙә ҡатнашырға саҡыралар

Былтыр был ил менән тауар әйләнеше  туғыҙ айҙа 71,6 процентҡа артҡан, ә экспорт дөйөм тауар әйләнешенең 99 процентын тәшкил иткән.

Монголияға эшлекле сәфәрҙә ҡатнашырға саҡыралар
Монголияға эшлекле сәфәрҙә ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 – 25 мартта Монголияның Улан-Батор ҡалаһына халыҡ-ара күп тармаҡлы эшлекле сәфәр планлаштырылған. Сараны Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы менән берлектә ойоштора.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Рәсәй Федерацияһына ҡарата дуҫтарса сәйәсәт алып барған илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ. Монголия – тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереү йәһәтенән киләсәге булған ил. Былтыр туғыҙ айҙа тауар әйләнеше, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 71,6 процентҡа артҡан, ә экспорт дөйөм тауар әйләнешенең 99 процентын тәшкил иткән. Беҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә ҙур мөмкинлектәр күрәбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Бизнес-миссия сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн түбәндәгеләр ойошторола:

— Комплекслы эшлекле программа;

— Лингвистик ярҙам;

— Потенциаль партнерҙар менән B2B-осрашыуҙар;

— Контакт алмашыу;

— Трансфер “аэропорт-ҡунаҡхана-аэропорт”;

— Эшлекле сәфәр бизнес-программаһы сиктәрендә трансфер;

— Сара программаһына ярашлы дөйөм саралар.

Эшлекле сәфәрҙә ҡатнашыуға бәйле бөтә сығымдар Үҙәк иҫәбенә башҡарыла. Ҡатнашыусы компаниялар рейстар, йәшәү урыны һәм шәхси сығымдар өсөн генә түләй.

Ҡатнашыу өсөн ғариза ҡалдырырға йәки кәңәште [email protected] электрон почта адресына яҙып йәки +7 (347) 246 83 92, +7 927 234 95 66 телефонына шылтыратып алырға мөмкин. Бәйләнештә – Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәгенең Күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге департаменты бүлегенең баш белгесе Мария Андреевна Васильева.

Бөгөн 678 аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауар етештереүселәр проект дипломанты булып тора. 25 меңдән ашыу тауар “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге“ билдәһе менән билдәләнгән.

Монголия менән хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: