Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2023, 16:00

Йәштәр өй туйланы

27 етем бала яңы йорттан фатир алып ҡыуанды.

Йәштәр өй туйланы
Йәштәр өй туйланы

Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Благовещенда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 27 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Йәштәр Комаров урамындағы яңы һалынған күп фатирлы йорттан фатир алған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, ҡалала һәм районда торлаҡ төҙөү һәм сафҡа индереү тиҙлеге арта бара.

“Һуңғы ике йылда район биләмәһендә 10 мең квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡ, йәғни 156 фатир төҙөнөк. Уның бер өлөшө эске биҙәү, йөҙләү эштәре башҡармайынса тапшырылды, ә етем балалар өсөн фатирҙарҙы тулыһынса әҙерләп биреүҙе һораныҡ”, – тине район хакимиәте башлығы Олег Голов.

Әйткәндәй, Благовещенда тағы ла бер дүрт ҡатлы йорт төҙөлөшө тамамланып килә. Ул 16 фатирлы буласаҡ. Объектты быйыл икенсе кварталда сафҡа индереү ҡарала. Киләһе өс йылда дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу күп фатирлы өс йорт һалыу планлаштырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/394810#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: