Салауат районының социаль-мәҙәни ял үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы һатып алынған күп функциялы мәҙәни үҙәк яңы йылдан район ауылдарына юлланды. Былтыр автоклуб 50-нән ашыу сәфәр ҡылған, 56 сара үткәргән.
Күптән түгел Яңы Ҡаратаулы ауылы халҡына “Һау бул, Иҫке йыл!” тигән сағыу тамаша тәҡдим ителде. Һалҡындарға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ концерт ҡарарға дәррәү килгәйне. Ахун, Сулпан, Янғантау ауылдарында автоклубтың ижади коллективы балаларҙы – күңелле уйындар, өлкәндәрҙе моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы.
Тәгәрмәсле үҙәк Сулпан ауылына “Һаумы, Яңы йыл!” тигән бай программа менән килде. Балалар һәм ата-әсәләр “Ҡышҡы уйындар”ҙа ҡатнашты. Әкиәт геройҙары халыҡтың күңелен күтәреп, төрлө ярыштар ойошторҙо.
“Һеҙ клуб булмаған ауылдарға шатлыҡ килтерәһегеҙ! Тамашаларығыҙҙы көтөп алабыҙ”, – тип рәхмәт белдерҙе автоклуб ағзаларына Сулпан ауылында йәшәгән Земфира Фуат ҡыҙы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/395522#scroll