Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Февраль 2023, 15:30

Тимер юл тәртипкә килтерелгән

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә юлды яңыртыу һәм ремонтлау буйынса планлы эш дауам итә.

Тимер юл тәртипкә килтерелгән
Тимер юл тәртипкә килтерелгән

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә былтыр 120 саҡрымлыҡ юлда ремонт эштәре башҡарылған, 2021 йылға ҡарата үҫеш 8,8 процент тәшкил иткән. Талдыболаҡ - Приют, Аксенов - Шафран, Шишмә - Алкин, Өфө - Черниковка, Урман - Оло Теләк, Сермән - Белорет участкаларында, шулай уҡ Талдыболаҡ, Аксенов, Шафран, Өфө, Черниковка, Урман, Оло Теләк станцияларында юлға капиталь ремонт яһалған. Был участкаларҙа эштәр үткәреү барышында белгестәр 82 стрелка һәм 85 километрҙан ашыу рельс-шпал рәшәткәһе алмаштырылған, яңы тура юл һалған, ҡырсынташ ҡатламын таҙартҡан һәм бүлеү һыҙатын тәртипкә килтергән.

Юл комплексын яңыртыу буйынса йыл һайын үткәрелгән эштәр юлдың техник торошон яҡшыртырға, Куйбышев тимер юлында поездар хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреүгә, шулай уҡ пассажир һәм йөк поездары өсөн рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырыуға булышлыҡ итә.

Мәғлүм булыуынса, «2024 йылға тиклем магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү комплекслы планының транспорт өлөшө» милли проекты, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының «Транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тимер юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" (национальный проект "Безопасные качественные дороги") милли проекты маҡсаттарына ла тур килә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: transport.bashkortostan.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: