Быйыл ғинуарҙан Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша күсемһеҙ милекте теркәү буйынса ҡайһы бер ғаризаларҙы биреү мөмкинлеге бар. Һүҙ яңы төҙөлгән йәки үҙгәртеп ҡоролған шәхси торлаҡты, баҡса йортон, ер участкаларын бүлеү һәм ҡушыу, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек хеҙмәтендәге хаталарҙы төҙәтеү, шәхсән ҡатнашмайынса күсемһеҙ милек менән эш итеү кеүек ғаризаларҙы теркәү тураһында бара. Бындай осраҡтарҙа ғаризаға ҡул ҡуйыу өсөн “Дәүләт асҡысы” ҡушымтаһында бирелгән ябай электрон ҡултамға файҙаланыласаҡ.
- Айырым осраҡтарҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, квалификациялы электрон ҡултамғаны файҙаланмайынса, электрон форматта “Росреестр”ға мөрәжәғәт итә алалар. Бындай ғаризаны ҡағыҙҙа яҙмайынса йәки түләүле электрон ҡултамғаларҙы файҙаланмайынса “Дәүләт асҡысы” мобиль ҡушымтаһында ҡул ҡуйырға мөмкин, - тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлергә (https://www.gosuslugi.ru), артабан “Кадастр иҫәбе һәм күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү” бүлеген һайларға һәм программа тәҡдим иткән алгоритмды үтергә кәрәк.
Фото: build-experts.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан