Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2023, 11:20

Туймазыла милли проект нигеҙендә эш дауам итә

Быйыл был эш ҡаланың Аксаков, 8 Март, Островский урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙың ихаталарына ҡағыласаҡ.

Туймазыла милли проект нигеҙендә эш дауам итә
Туймазыла милли проект нигеҙендә эш дауам итә

“Башҡортостан ихаталары” – күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын комплекслы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән республика программаһы. Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был эш Туймазы ҡалаһының Аксаков урамындағы 1-се, 3-сө, 8 Март урамындағы 13-сө, Островский урамындағы 41, 43, 45-се күп фатирлы йорттарҙың ихаталарына ҡағыласаҡ.

Программаға ярашлы, төҙөкләндерелгән ихаталарҙа резина япмалы спорт һәм балалар майҙасыҡтары, туҡталҡалар, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, видеокүҙәтеү ҡорамалдары, контейнер майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ милекселәре үҙҙәренең дөйөм йыйылышында программала ҡатнашырға ҡарар итте.

Проект тормошҡа ашырыла башлаған 2017 йылдан 2022 йылға тиклем Туймазы ҡалаһында, Серафимовка, Собханғол, Дуҫлыҡ, Ҡандра, Түбәнге Троицк ауылдарында ихата биләмәләре тәртипкә килтерелде.

Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙа төҙөкләндереү эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә башҡарыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: