Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2023, 11:30

Бер “квадрат”тың хаҡы күпме?

"Фатирҙар донъяһы" аналитиктары нимә хаҡында хәбәр итте?

Бер “квадрат”тың хаҡы күпме?
Бер “квадрат”тың хаҡы күпме?

2023 йылдың ғинуары һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Өфөләге яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙың уртаса хаҡы алты миллион һумдан күберәк тәшкил иткән. Бер айҙа хаҡ 1,8 процентҡа кәмегән.  Бер квадрат метр торлаҡтың хаҡы 0,5 процентҡа төшкән – 120,49 мең һум. Был хаҡта “Фатирҙар донъяһы” аналитиктары хәбәр иткән.

Эксперттар белдереүенсә, күсемһеҙ милектең беренсел баҙарында үткән йыл трендтары дауам итә, йәғни һорау кәмей, хаҡтар “үҫеүҙән” туҡтай, тәҡдим дә бер аҙ һирәгәйә, тағы яңы төҙөлөштәге фатирҙарҙа уртаса майҙан да бер аҙ бәләкәйләнә.

IV кварталда яңы төҙөлөштәге “квадрат”тың рәсми баҙар хаҡы 92 603 һум тәшкил иткән, яңы йорттағы фатирҙың уртаса хаҡы 6,12 миллион һум булған. Былтыр октябрь – ноябрҙә икенсел баҙарҙағы фатирҙың уртаса хаҡы - 5,35 миллион һум, “квадрат”тыҡы 99 369 һум теркәлгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) төп бурыстарының береһе – ғаиләләрҙе уңайлы фатир менән тәьмин итеү.

Фото: oko-planet.su

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: