Торлаҡ йорттарға газ үткәреү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ингән “Торлаҡ” төбәк проектының төп күрһәткесен тәшкил итә.
Тәтешле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр районда газ селтәрен граждандарҙың ер биләмәһенә еткереү буйынса федераль программаға ярашлы, 10 ауылға газ торбаһы һалыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Йәмғеһе 191 йортҡа газ үткәрелде. Подряд ойошмалары тырышлығы менән 16,5 километрҙан ашыу торба һалынды, газ бүлеү пункттары ла төҙөлдө. Газ селтәре Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәләренә генә түгел, ярты быуаттан ашыу элек барлыҡҡа килгән урамдарға ла барып етте.
Подряд ойошмаһы – “МегаБит” йәмғиәте 2,9 километр торба һалды. Түбәнге Балтас ауылында 50-нән ашыу йорт “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителде. Халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында газды ер бүлеменә еткереүгә дәүләт сертифакат бирә. 2022 йылда ошо программа буйынса Тәтешле районында 97 йортҡа газ үткәрелгән.
2023 йылға “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү буйынса байтаҡ эштәр планлаштырылған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)