Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2023, 10:30

Яңы ҡорамалдар белемде яңы кимәлгә күтәрҙе

Нефтекамалағы балалар музыка мәктәбе яңы һулыш алды.

Яңы ҡорамалдар белемде яңы кимәлгә күтәрҙе
Яңы ҡорамалдар белемде яңы кимәлгә күтәрҙе

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама ҡалаһындағы Балалар музыка мәктәбендәге теоретик фәндәр кабинеты былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы заманса интерактив ҡорамалдар менән тәьмин ителгәйне.

Техник шарттар яҡшырыу һөҙөмтәһендә кабинетта уҙғарылған дәрестәр һәм саралар хәҙер байтаҡҡа ҡыҙыҡлыраҡ һәм файҙалыраҡ. Заманса ҡорамалдар уҡытыусыларға веб-сайттар һәм башҡа ресурстар менән һөҙөмтәле эшләргә ярҙам итә, белем алыуға ынтылышты көсәйтә, ижади әүҙемлекте дәртләндерә һәм уҡыу материалын биреү мөмкинлеген киңәйтә.

– Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса әңгәмәләр, класс сәғәттәре әле бик мөһим. Беренсе кластан уҡыусылар музыка, сәнғәт аша әкренләп үҙ Тыуған иленең тарихы һәм уның батырҙары менән таныша, патриотик йырҙар тыңлай. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса һатып алынған заманса интерактив ҡорамалдар ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә, – тине Нефтекама ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Анна Арянцева.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: culture.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: