Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Февраль 2023, 16:30

Халыҡ яңы майҙан өсөн тауыш бирҙе

Краснокама районының Николо-Березовка ҡасабаһында халыҡ, тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, район үҙәгендә яңы майҙан булдырыуҙы һайлап алды.

Халыҡ яңы майҙан өсөн тауыш бирҙе
Халыҡ яңы майҙан өсөн тауыш бирҙе

Краснокама районының Николо-Березовка ҡасабаһында халыҡ, тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, район үҙәгендә яңы майҙан булдырыуҙы һайлап алды. Был тауыш биреү “Торлаҡ һәм ҡала мөхитен булдырыу" милли проектын (национальный проект “Жилье и формирование городской среды”) тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә үткәрелде.

Бөтәһе райондың 3569 кешеһе тауыш биреүҙә ҡатнашты. Планда йәйәүлеләр һәм ял итеү өсөн зоналар булдырыу, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу, газон һәм башҡаларҙы эшләү ҡаралған. Һөҙөмтәлә район хакимиәт алдында ҙур булмаған сквер ҙа барлыҡҡа киләсәк.

2020 йылда Николо-Березовканы төҙөкләндереүҙең Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты заказы буйынса эшләнгән проекты Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ҡасабалар конкурсында еңде һәм грант алғайны.

ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: “Башинформ” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: