Өфөлә Зинино ауылы эргәһендәге юл үткәргестә балкалар һалыу тамамланды. Эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарыла.
Баш ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, эш графикка ярашлы бара. Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында юл инфраструктураһы объекттары йыл һайын арта бара. Мәҫәлән, быйыл августа Зинино эргәһендәһе транспорт сиселешендә тәүге машиналар үтә аласаҡ. Был ваҡиғаны өфөләр генә түгел, ә Иглин районы халҡы ла көтә.
Төҙөлөш майҙанындағы иң ҡатмарлы этап тамамланды. Көндәр йылыта башлағас та төҙөүселәр ошо балкаларҙың йөйөн эшләй башлаясаҡ, барьерҙар ҡуясаҡ, гидроизоляция яһаясаҡ.
Фото: “Башинформ” сайтынан.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты# региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан